Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Февраль 2021, 12:35

КРЕМЛДӘ ТАШЛАМАЛЫ ИПОТЕКАНЫ ОҘАЙТЫУ ШАРТТАРЫН АТАНЫЛАР

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин..

6,5 процентлы ташламалы ипотека программаһын 2024 йылға тиклем оҙайтыу өсөн кешеләрҙең фекерен һәм иҡтисадтың мөмкинлеген иҫәпкә алырға кәрәк. Шулай ти Рәсәй Президенты Владимир Путиндың матбуғат секретары Дмитрий Песков.
Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, әлеге ваҡытта ҡарар ҡабул ителмгән, ике фекер генә бар. Үҙәк банк һәм ил хөкүмәте бындай мөмкинлекте 2021 йылдың 31 мартына тиклем эшләргә тейеш.
«Ташламалы ипотека еңел булмаған 2020 йылда төҙөлөш секторына ярҙам итте. Тик, торлаҡҡа һорауҙан тыш, яңы төҙөлгән йорттарҙағы фатирҙарға хаҡтар ҙа арта башланы», - тип аңлатты Песков.
Матбуғат секретары белдереүенсә, ковидтан һуңғы осорҙа Рәсәйҙең үҫеш мәнфәғәттәренә яуап бирүсе берҙәм фекергә килергә кәрәк.
Программан оҙайтыу мөмкинлеге тураһында Владимир Путин белдергәйне. Президент шулай уҡ ике һәм унан күберәк балалары булған ғаиләләр өсөн ипотека буйынса ставканы кәметеү мөмкинлеген дә ҡарарға ҡушты.
#ВладимирПутин
#ТашламалыИпотека
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/
Фото: Эмин Джафаров / «Коммерсантъ»
Читайте нас: