Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Февраль 2021, 00:31

Күңелле йәшәйбеҙ, тырышып уҡыйбыҙ

Беҙҙең Әбеш урта мәктәбе Советтар Союзы Геройы Ҡ.Әхмәтшин исемен йөрөтә. Класс бүлмәбеҙ яҡты,матур. Тәҙрә төптәрендә һәр төрлө гөлдәр үҫтерәбеҙ. Беҙҙең класта 12 уҡыусы- дүрт малай һәм һигеҙ ҡыҙ. Уҡытыусыбыҙ Ҡырғыҙбаева Айгөл Сәғәҙи ҡыҙын бик яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ. //

Беҙҙең Әбеш урта мәктәбе Советтар Союзы Геройы Ҡ.Әхмәтшин исемен йөрөтә. Класс бүлмәбеҙ яҡты,матур. Тәҙрә төптәрендә һәр төрлө гөлдәр үҫтерәбеҙ. Беҙҙең класта 12 уҡыусы- дүрт малай һәм һигеҙ ҡыҙ. Уҡытыусыбыҙ Ҡырғыҙбаева Айгөл Сәғәҙи ҡыҙын бик яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ. Уның һөйләгән,аңлатҡандарын гел отоп алырға һәм үтәргә тырышабыҙ. Бөтәбеҙ ҙә тырышып уҡыйбыҙ, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Яңы йылға төрлө уйынсыҡтар эшләп,күргәҙмә ойошторҙоҡ.
Дәрестән тыш беҙ “ Тыуған тәбиғәт серҙәре” исемле түңәрәккә лә йөрөйбөҙ. Ҡоштарға ярҙам итеү маҡсатында,тағараҡтар эшләү конкурсында ҡатнашып, призлы урындар алдыҡ. “Космосты һүрәткә төшөрәм” , “ Пассажир һәм автокресло” исемле һүрәттәр бәйгеһендә лә ҡатнаштыҡ. Һәр миҙгелдә лә беҙ тәбиғәткә экскурсияға сығабыҙ. Көҙгөһөн төрлө япраҡтар йыябыҙ, яҙғыһын тәбиғәттең йоҡонан уяныуын күҙәтәбеҙ. Ҡыш көнө тауҙан шыуабыҙ, саңғыла йөрөйбөҙ,төрлө уйындар уйнайбыҙ.
Атай-әсәйҙәрҙе мәктәпкә саҡырып, сығыш яһайбыҙ. Үҙебеҙ класта бай йөкмәткеле саралар үткәреп торабыҙ: “Алтын көҙ”, “ Һөнәрҙәр илендә”, “ Һаулыҡ-ҙур байлыҡ”. Класыбыҙ бик татыу: бөтә эштәрҙе лә бергәләп башҡарабыҙ, тырышып уҡырға ла өлгөрәбеҙ. Бик йыш китапханаға йөрөйбөҙ,ҡыҙыҡлы китаптар алып уҡыйбыҙ. Уҡытыусымды һәм класымды мин бик яратам!
Әбделмәнова Луиза,
Әбеш урта мәктәбенең 2-се класс уҡыусыһы .
Читайте нас: