Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Февраль 2021, 23:43

"ЭХ, БЫЙМАҺЫ, БЫЙМАҺЫ!"

Әбүбәкерҙә брендлы сара сиктәрендә, традицияға әүерелгән күңелле байрам ойошторолдо. Уйын-көлкө, сәмле ярыштарҙан ауыл гөрләп торҙо //

Әбүбәкер ауылы күп функциялы клубы хеҙмәткәрҙәре ойошторған байрам программаһы күп төрлөлөгө менән айырылды.
Быймаларҙа бейеү парадында олоһо ла, кесеһе лә күңел асты. Быйма аяҡ кейеме генә түгел, уны кейеп бейеп тә була, алыҫыраҡ ташлап ярышырға йәки мәргәнлекте һынап ҡарарға ла мөмкин.
Байрамда “Сулпылар” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары, ауыл халҡы һәм Атингән ауылынан ҡунаҡтар ҡатнашты. Уларҙы Федоровка ауыл биләмәһе башлығы Н.С.Лебедева сәләмләне.
“Сулпылар” баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, малайҙар һәм ҡыҙҙар, әйлән-бәйлән уйнаны, йомаҡтар систеләр, быйма тураһында таҡмаҡтар әйтеләр.
Рамазан Назаровтың ҡарҙан эшләгән быймаһы байрам атрибуты булып торҙо.
Байрамдың икенсе өлөшөндә Атингән һәм Әбүбәкер ауылдары ағинәйҙәре “Быймаларҙа бейеү” бәйгеһендә ҡатнашты. Унда һәр теләгән кеше үҙ размерынан күпкә ҙурыраҡ быймалар кейеп, дәртле көйҙәргә рәхәтләнеп бейеп ярышты. Бынан тыш, төрлө оҫталыҡ кластарында, уйын һәм халыҡ күңел асыу сараларында ҡатнашырға була ине.
Байрамда ҡатнашыусылар өсөн таҫмалар, мәрйендәр һәм, хатта, ҡыңғырауҙар менән биҙәлгән быймаларҙа мода күрһәтеү иң ҡыҙығы булғандыр. Аҙаҡтан “Иң матур биҙәлгән быймалар” конкурсына йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр бүләкле булды.
Әйткәндәй, байрам йылдан-йыл ҡыҙыҡлыраҡ була бара, унда төрлө йәштәгеләр ҡатнаша. Бындай саралар әбүбәкерҙәрҙең ижади мөмкинлектәре киң булыуы тураһында һөйләй.
Читайте нас: