Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Февраль 2021, 12:33

БАШҠОРТСТАН ХАЛҠЫН ТУҒАН ТЕЛДӘР ФЛЕШМОБЫНДА ҠАТНАШЫРҒА САҠЫРАЛАР

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан#..

Лилия Арсланова

Республикала "Мәҙәниәт" дәүләт проекты маҡсатында күп саралар үтә. Шуларҙың береһе - «Был һүҙҙе барыһы ла белә!» флешмобы. Ул - Халыҡ-ара туған тел көнөнә бағышланған сара.

Ҡатнашыу өсөн автор туған телдең иң популяр һүҙҙәрен тәҡдим иткән видеоролик яҙҙырырға һәм уны 15-20 февраль көндәрендә үҙҙәренең хэштегтары менән социаль селтәрҙәрҙәге аккаунттарында урынлаштырырға тейеш.

Бер роликта бер герой булырға мөмкин. Кадрҙа ул өс һүҙ тәҡдим итә:

1) "һәр (үҙ милләтен атай) был һүҙҙе белә... " Алға табан милли кейем һүҙенең әһәмиәтен аңлатыу бара;

2) "һәр ... (үҙ милләтен атай) был һүҙҙең тәмен белә..." Алға табан милли кухнянан тәҡдим ителгән һүҙгә аңлатма бирә;

3) "һәр ... (үҙ милләтен атай) был һүҙҙе ишетеп белә..." Алга таба тәҡдим ителгән милли уйын ҡоралы һүҙенә аңлатма бирә.

Эстәлек Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортстан Республикаһы закондарына ҡаршы килмәҫкә тейеш.

Интернет-акцияны Башҡортстан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы һәм Башҡортстан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто ойоштора.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан#

Фото: culture.bashkortostan.ru
Читайте нас: