Хәйбулла хәбәрҙәре
-9 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Февраль 2021, 13:12
Башҡортостанда уҙған төндә һауа температураһы -35,-36 градусҡаса түбәнәйҙе
-
Был аҙнала Башҡортостан биләмәһендә һалҡын һауа торошо күҙәтелә, уртаса һауа температураһы норманан 8-10 градусҡа түбәнерәк.
Башгидромет сайтындағы фактик һауа торошо картаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, 17 февраль иртәһендә Шүлгәнташ, Өфө-Дим һәм Баҡалы метеостанцияларында — 31 градус, Иҫке Собханғолда, Кушнаренкола, Яңауылда 30 градус һыуыҡ булған.
Белорет районы Үткәл ауылында бөгөн төндә термометр бағанаһы минус 35 градус күрһәтте, тип хәбәр итә урындағы халыҡ.
Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, республикала тағы бер аҙна көндәр ошолай һалҡын тора. Киләһе ял көндәренә – 27-28 февралдә йылыта башлар тип көтөлә.
https://
www.bashinform.ru/news/1559824-v-odnom-iz-rayonov-bashkirii-temperatura-vozdukha-opustilas-do-35-gradusov/
Фото: социаль селтәрҙәр.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?