Иҫке Собханғол ауылында Башҡортостан Республикаһы мәктәп уҡыусыларының XXIII спартакиадаһы иҫәбенә үҫмерҙәр араһында мини-футбол буйынса ярыштар үтте. Ярыштарҙа Хәйбулла, Әбйәлил, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр райондары, Белорет ҡалаһы йәш спортсылар ҡатнашты.