Учреждение яңы төҫ алыуҙан тыш, экспозицияһын да байытҡан. Килгән халыҡ тарихи сығанаҡтарға таянып яҙылған башҡорт һәм рус телдәрендәге мәғлүмәт, артефакт әйберҙәр менән дә таныша ала.
Шулай уҡ, музей эсендә ҡуйылған интерактив өҫтәл аша ла бик күп мәғлүмәттәр тупларға мөмкин. Һирәк осраған фотолар менән бергә, ҡиммәтле документтар ҙа тәҡдим ителә.