Башҡорт Википедияһы "Тарихи Башҡортостан топонимияһы" тигән конкурсҡа мәҡәләләр ҡабул итә. Вики-ирекмән, билдәле яҙыусы Гүзәл Ситдиҡова белдереүенсә, һуңғы йылдарҙа ер-һыу атамаларында хаталар йыш осрай. Ижади ярыш ошо етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү маҡсатында ойошторола.