Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Февраль 2021, 01:29

ТАҘЛАР ҠЫҘЫ ЭЛЬМИРА ТУҠАНОВА - республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты етәксеһе!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рәсми рәүештә республиканыңТуризм буйынса дәүләт комитетына яңы етәксе тәғәйенләне.

ТАҘЛАР ҠЫҘЫ ЭЛЬМИРА ТУҠАНОВА - республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты етәксеһе!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рәсми рәүештә республиканың
Туризм буйынса дәүләт комитетына яңы етәксе тәғәйенләне. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, хәҙер был вазифаны Свердловск өлкәһенең Туризмды үҫтереү үҙәгенең элекке директоры Эльмира Туҡанова биләй.

«Ул сығышы менән беҙҙең республиканан. Ейәнсура районы Таҙлар ауылында тыуған. Һуңынан Нижневартовскиға уҡырға киткән, Төмән өлкәһенең төрлө музей учреждениеларында эшләгән. Эльмира Наил ҡыҙының тәжрибәһе ҙур. Беҙ шундай кешене эҙләнек тә инде», — тине Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.

Башҡортостан башлығы Туризм буйынса дәүләт комитетының элекке етәксеһе Салауат Нафиҡовҡа рәхмәт белдерҙе һәм белгескә яңы эш табыуҙарын хәбәр итте, ә Эльмира Туҡановаға уңыштар теләне.
Читайте нас: