Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Февраль 2021, 18:40

Рауил Шаммасҡа Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән исем бирелде

..

Танылған шағир, прозаик, публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре Рауил Шаммасҡа Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем бирелде. Былтыр ул үҙенең 90 йәшен билдәләгәйне.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев маҡтаулы исемде шағирҙың өйөнә килеп тапшырҙы. Ул республика Башлығының ҡотлау һүҙҙәрен дә еткерҙе.
– Бергәләп ҡыуанайыҡ, дуҫтар! Рауил Шаммас – Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры. Рауил Шаммас күптән инде ысын халыҡ әҙәбиәтсеһе, тигәнде минең яҙыусылар, ғалимдар, китап уҡыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәренән күп тапҡырҙар ишеткәнем бар. Хәҙер был юғары танылыу республика Башлығы Указы менән нығытылды. Ошондай юғары баһаға ысын йөрәктән барыһына ла ҙур рәхмәтемде белдерәм, – тип яҙа «Инстаграм» селтәрендә улы Алмас Шаммасов, атаһының шатлығы менән бүлешеп.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: