Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Февраль 2021, 10:33

Радий Хәбиров Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылы планын ентеклерәк әҙерләргә ҡушты

/

15 февралдә Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы вице-премьеры, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованың Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылын уҙғарыу планы тураһында докладын ҡабул итмәне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йыл республикала Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылы тип иғлан ителде, ул үлемде кәметеүгә, халыҡтың йәшәү сифатын күтәреүгә һәм ғүмер оҙонлоғон арттырыуға йүнәлтелгән.
Республика етәксеһе белдереүенсә, вице-премьер үҙенең шул тиклем мөһим темаға докладында республикала үлемде кәметеү буйынса аныҡ саралар тәҡдим итмәгән.
«Маҡсат күрһәтелергә тейеш – үлемде кәметеү. Һеҙҙең докладта был хаҡта бер һүҙ ҙә күрмәнем», — тип билдәләне ул.
Хәбиров һүҙҙәренсә, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән ентеклерәк эшләргә һәм уларҙың һәр береһе буйынса күрһәткестәрҙе кәметеү буйынса план төҙөргә кәрәк.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
https://www.bashinform.ru/bash/1559101/
Читайте нас: