Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Февраль 2021, 18:28

Үҙебеҙҙә уҡыуға етмәй

2021 йылда вуздарға ингәндә һынауҙарҙың ҡағиҙәләрендә үҙгәрештәр барлыҡҡа килде. Был ғариза биреү һәм вузға алыу этаптары формаларына ҡағыла.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортоста..

2021 йылда вуздарға ингәндә һынауҙарҙың ҡағиҙәләрендә үҙгәрештәр барлыҡҡа килде. Был ғариза биреү һәм вузға алыу этаптары формаларына ҡағыла.
11-се класс уҡыусыларын документтарын бер үк ваҡытта төрлө урынға бирергә мөмкин булған йүнәлештәр, абитуриентҡа вузға ингәндә өҫтәмә балл ҡушып иҫәпләүҙәр, практика һәм эшкә урынлашыу кеүек һорауҙар ҡыҙыҡһындыра ғәҙәттә. Уларҙы һәр шаршамбы ҡабул итеү кампанияһының үҙенсәлектәрен аңлатыу һәм уҡырға инеү “стратегия”һы буйынса Башҡортостандың төп вуздары ректорҙары ҡатнашлығында тура эфирҙа уҙғалырған брифингтарҙа бирергә мөмкин. Киләһе осрашыу 17 февралдә буласаҡ. Унда Өфө дәүләт нефть техник университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты һәм Өфө дәүләт сәнғәт институты вәкилдәре ҡатнашасаҡ.
Әйткәндәй, быйыл иҡтисад секторы өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләү маҡсатында маҡсатлы йүнәлеш буйынса уҡырға инеү өсөн урындар һаны арттырылған. Шуныһы һөйөнөслө, һуңғы йылдарҙа үҙебеҙҙәге вуздарҙа белем алырға теләүселәр һаны ла арта бара. Студенттарға үҙебеҙҙең республика предприятиеларында практика үтеп, артабан шунда уҡ эшкә урынлашыу мөмкинлеге бар. “Мәғариф” милли проекты буйынса башҡа шарттарҙа байтаҡ студенеттар өсөн, уҡырға теләгең генә булһын.
Р.ЗАМАНОВА.
Автор: Роза Сафина
Читайте нас: