Башҡортостан спортсыһы, Ғабдрахман Ҡадиров исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәге тәрбиәләнеүсеһе Динар Вәлиев Тольяттиҙа үткән боҙҙа мотоуҙыш буйынса донъя чемпионатында алтын миҙал яуланы.
Был хаҡта оператив кәңәшмәлә БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.
WADA (Бөтә донъя допингҡа ҡаршы агентлыҡ) Халыҡ-ара мотоциклет федерацияһы йөҙөндә ярыштарҙа Рәсәй флагын һәм гимнын ҡулланыуҙы тыйғайны. Еңеүсе хөрмәтенә Башҡортостан Республикаһы гимны яңғыраны.
Башҡортостан гимнының донъя чемпионатында яңғырауы – спорт тарихында тәүге осраҡ.
Динар Вәлиев – боҙҙа мотоуҙыш буйынса донъя чемпионатында еңеү яулаған өфөлөләрҙең алтынсыһы. Беренсе еңеүсе Ғабдрахман Ҡадиров булһа, артабан Борис Самородов, Дмитрий Буланкин, Николай Красников һәм Дмитрий Колтаков чемпион исемен яуланы.
Фото “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы сайтынан алынды. Сергей Афанасьев фотоһы.