Ике көн дауамында барған ярыштың еңеүсеһе өҫтәмә уҙышта ғына хәл ителде. Донъя чемпионы исеме өсөн Динар Вәлиев менән Тольятти спортсыһы Игорь Кононов көс һынашты. Бәйгелә Башҡортостан вәкиле финиш һыҙығын беренсе үтеп, алтын миҙал яуланы. Икенсе, өсөнсө урындарҙы Игорь Кононов менән Каменск-Уральскиҙан Дмитрий Хомицевич бүлеште.