Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Февраль 2021, 16:10

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Туған телдәр флешмобына саҡыралар

-

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған «Был һүҙҙе бөтәһе лә белә!» флешмобында ҡатнашырға саҡыралар.
Ҡатнашыу өсөн туған телдең популяр һүҙҙәре менән таныштырған видеоролик яҙҙырып, #БылҺүҙҙеБөтәһеЛәБелә #ТуғанҺүҙҙәрДонъяһы#ТуғанТелКөнө хэштегтары менән 15 февралдән 20-һенә тиклем социаль селтәргә һалырға кәрәк.
Бер роликта бер герой булырға мөмкин. Кадрҙа ул өс һүҙ менән таныштыра:
1) Һәр кем (үҙенең милләтен әйтә) … һүҙен белә», артабан кейем-һалымға ҡараған һүҙҙең мәғәнәһе аңлатыла;
2)«Һәр кем ... (милләт) … һүҙенең тәмен белә», артабан милли аш-һыуҙы аңлатҡан һүҙҙең мәғәнәһе аңлатыла;
3)«Һәр кем ... (милләт) … һүҙен ишетеп белә», артабан музыка ҡоралын аңлатҡан һүҙҙең мәғәнәһе әйтелә.
Йөкмәтке Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтенә ҡаршы килергә тейеш түгел.
Интернет-акцияны ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Халыҡтар дуҫлығы йорто.
Читайте нас в