Башҡортостаныд ҡайһы бер мәктәптәрендә атай һәм әсәйҙәр, уҡыусылар ашатыу сифаты менән ҡәнәғәт түгел. Йәмәғәт фекерен өйрәнеү һөҙөмтәһенән күренеүенсә, ашамлыҡ һалҡын йәки тәмһеҙ була, бәләкәй өлөштәргә һалынып бирелә, ит ризыҡтары юҡ. Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Социаль туҡланыу ойошмалары ассоциацияһы рәйесе Виталий Черевков әйтеүенсә, мәсьәләне хәл итеү өсөн ата-әсәләр һәм туҡланыу операторҙары араһында диалог булырға тейеш.