Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Февраль 2021, 01:10

Һау булыр өсөн нимә эшләргә кәрәк?

Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына ҡарата, Иләс ауылы китапханаһында " Һаулығың тураһында нимә беләһең?" тигән викторина үтте. //

"Һаулығыңды һаҡла "тип беҙ йыш ҡына әйтәбеҙ, ишетәбеҙ . Гел генә бының менән ризалашабыҙ, әммә үтәмәйбеҙ. Һау булыр өсөн нимә эшләргә кәрәк?
Бының өсөн сәләмәт тормош алып барырға, дөрөҫ туҡланырға, йышыраҡ саф һауала йөрөргә кәрәк. Һаулыҡ-кешенең иң ҙур байлығы.
Сәләмәтлек-кеше бәхетенең нигеҙе, иҫәнлек булғанда ғына кеше үҙенең теләгенә ирешә, тирә-йүнде танып белә, йәмғиәт тормошонда актив ҡатнаша, хеҙмәттән, үҙенән ҡәнәғәт таба.
Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына ҡарата, Иләс ауылы китапханаһында " Һаулығың тураһында нимә беләһең? "тигән викторина үтте.
Читайте нас: