Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Февраль 2021, 11:28

ВЕБИНАРҒА САҠЫРАЛАР

Милек йәһәтенән ярҙам итеү саралары буйынса вебинар үтәсәк.ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан..

Милек йәһәтенән ярҙам итеү саралары буйынса вебинар үтәсәк.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
16 февралдә урындағы ваҡыт менән 11.30–12.30 сәғәттә Бөтә Рәсәй дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары, шулай уҡ “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” йәмғиәте тормошҡа ашырған милек йәһәтенән ярҙам буйынса көнүҙәк мәсьәләләргә ҡағылышлы уҡытыу вебинары ойошторола. Сарала милек йәһәтенән ярҙам, ҡуртымға алыу мөмкин булған объекттар төрҙәре, милек алыу тәртибе, милекте алыу буйынса ташламалар, милекте һатып алыу кеүек мәсьәләләр ҡарала.
Был сарала Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә ғәмәлдә булған милек йәһәтенән ярҙам итеү саралары менән ҡыҙыҡһынған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре ҡатнаша ала.
Сарала ҡатнашыу өсөн түбәндәге форманы тултырырға кәрәк: https://biznestur.bashkortostan.ru/upload/uf/425/Forma-dlya-kontaktov-subektov-MSP.XLSX
һәм уны 12 февралгә тиклем [email protected] электрон адресы буйынса ебәреү мотлаҡ.
Ә был сара иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.
https://bash.rbsmi.ru
Фото: социаль селтәрҙән.
Читайте нас: