Меңәрләгән һалдаттың ғүмерен өҙгән Афған һуғышы 1979 йылдың 25 декабренән 1989 йылдың 15 февраленә тиклем дауам итә. Ҡанлы һуғышта 620 мең ватандаштарыбыҙ ҡатнаша, 14453 һалдаттың ғүмере өҙөлә, күптәр хәбәрһеҙ юғала, әсирлектән ҡайтмай, 35 меңе яралана.
Хәйбулла районынан 125 яугир Афған һуғышында ҡатнаша, уларҙың күптәре хәрби наградаларға эйә була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы 6 яҡташыбыҙ тыуған яғына әйләнеп ҡайтмайҙар.
Аҡъяр ауылының Еңеү паркында хәтер митингыһы үтте, бында хәйбуллалар Афған һуғышында һәләк булған яҡташтарын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Сара сиктәрендә «Үлемһеҙ батальон» бөтә Рәсәй акцияһына һәләк булғандарҙың портреттарын тотҡан йәш армеецтар ҡушылды.