Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Февраль 2021, 16:08

Әсәлек капиталы үҙгәрә

/

Икенсе һәм өсөнсө балаға бирелгән әсәлек капиталы граждандарҙың тағы бер категорияһына биреләсәк. Ә инде беренсе һәм өсөнсө балаға ул бер күләмдә түләнә. Был закон проектын Дәүләт думаһына ЛДПР фракцияһы депутаттары тәҡдим итте.
Закон проекты яңы формалағы әсәлек капиталын тыуым кимәле түбән булған төбәктәрҙә өсөнсө һәм унан һуң тыуған балаларға 2022 йылдың 1 ғинуарынан түләүҙе күҙаллай. Шулай уҡ был дәүләт ярҙамын алыу мөмкинлеге балаларын яңғыҙы тәрбиәләгән атайҙарға ла бирелә.
Рәсәй Президенты В.В.Путин билдәләүенсә, әсәлек капиталы йыл һайын индексациялана. 2021 йылдың 1 ғинуарынан уның күләме - 639 432 һум, беренсе балаға - 484 һум тәшкил итә.
#ВВПУТИН
Альфира Узянбаева.
https://ataysal.rbsmi.ru/news/s-lek-kapitali--g-r-677485/
Читайте нас: