Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рәсми рәүештә республиканың Туризм буйынса дәүләт комитетына яңы етәксе тәғәйенләне. «Башинформ» агентлығы
хәбәр иткәнсә, хәҙер был вазифаны Свердловск өлкәһенең Туризмды үҫтереү үҙәгенең элекке директоры Эльмира Туҡанова биләй.