-9 °С
Болотло
«Быйыл ике мөһим объектты – Бөрөлә ҙур поликлиника һәм Саҡмағош ауылында 250 кешене ҡабул итерлек поликлиника төҙөүҙе тамамлайбыҙ. Уларҙы 2021 йылда файҙаланыуға тапшырырға уйлайбыҙ. Ә 2022 йылда тағы дүрт ҙур төҙөлөштө – Учалы ҡала дауаханаһында һәм Өфө кардиология үҙәгендә хирургия корпустарын, шулай уҡ Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы янында һәм Затонда поликлиникаларҙы тамамларбыҙ. Быйыл Республика балалар онкологияһы һәм гематология үҙәген, Баймаҡта балалар поликлиникаһын төҙөй башларбыҙ. Тотош республикала табиптар эшләй, ә пациенттар уңайлы шарттарҙа дауалана – бына ошо маҡсатҡа яйлап, ләкин дөрөҫ барабыҙ», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.
"Башинформ"