Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Февраль 2021, 13:35

Путин ауыл хужалығындағы үҫештең сәбәптәрен әйтте

#ВладимирПутин..

Рәсәй Президенты Владимир Путин илдә ауыл хужалығы үҫешенең төп сәбәптәрен әйтте. Был турала ул Киң мәғлүмәт саралары редакторҙары менән осрашыуында һөйләне.
Рәсәй лидеры был тармаҡтың үҫеше дәүләт ярҙамы арҡаһында ла булыуын билдәләне. Ул ташламалар, кредиттар, аграрийҙарға насар һауа торошонда ярҙам күрһәтеү, экспортты субсидиялау, ашламалар, транспорт, яғыулыҡ-майлау материалдары һатып алғанда күрһәтелгән ярҙамды ла билдәләп үтте.
Путин шулай уҡ бындай уңышҡа был тармаҡта эшләүсе кешеләрҙең тырыш хеҙмәте, производстволар, бизнес ойоштороусыларҙың батырлығы, уларҙың таланты һәм эште ойоштора белеүҙәре арҡаһында ирешеп булыуын әйтте.
#ВладимирПутин
#АуылХужалығы
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://lenta.ru/
Фото: SPUTNIK / Reuters
Алия Вахитова
Читайте нас: