Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Февраль 2021, 13:38

Октябрьский ҡалаһының ҡарттар һәм инвалидтар йортонда коронавирустан күләмле вакцинация үткән

-

Рәсәй препараты 300-гә яҡын кешегә яһалған. Табиптар билдәләүенсә, ул ике инъекциянан тора: тәүгеһен индергәндән һуң, икенсеһен өс аҙнанан эшләтергә кәрәк. Әле республиканың социаль учреждениеларында йәшәүсе тағы ла 6 мең ярым самаһы кеше прививка яһатыуға сиратта тора.
Октябрьский ҡалаһындағы интернатта 300-гә яҡын кеше вакцинация үтте. Улар араһында 59 хеҙмәткәребеҙ ҙә бар. Бөгөн тағы ла 30 кешегә прививка яһала. Күрелгән саралар беҙгә ҡурҡыныс сирһеҙ тыныс шарттарҙа йәшәргә мөмкинлек бирер тип ышанабыҙ.
Зәлиә Баһауетдинова, Октябрьский ҡалаһының ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернаты директоры.
Читайте нас: