Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында Башҡортостан Республикаһы мәктәп уҡыусыларының XXIII Спартакиадаһы сиктәрендә 2007-2008 йылғы үҫмерҙәр араһында мини-футбол буйынса төбәк ярыштары үтте. Турнирҙа Хәйбулла, Әбйәлил, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр райондарынан һәм Белорет ҡалаһынан йәш спортсылар көс һынашты.
Төбәк этаптың һөҙөмтәләренә буйынса, Хәйбулла районы спортсылары 1-се урын яуланы, улар Әбйәлил командаһын 3:0, Бөрйән командаһын 6:0, Йылайыр командаһын 4:3, Белорет командаһын 1:0 иҫәптәре менән ҡыйратты. Шулай итеп Хәйбулланың йәш футболсылары март айында Благовещен ҡалаһында үтәсәк Спартакиаданың финал уйындарында ҡатнашыуға хоҡуҡ яуланы. Афарин!
фото:муниципаль район хакимиәте.