Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Февраль 2021, 16:20

Башҡортостан Башлығы бәлиғ булмағандарҙың вафатынан һуң республикала үлемесле янғындарға бәйле хәлде тәнҡитләне

-

Уҙған аҙнала Ергән ауылындағы янғында биш йәшлек ике малайҙың ғүмере өҙөлгән. Башҡортостандың Тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

2021 йылдың башынан республикала үлемесле янғындарҙың артыуы күҙәтелә - уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда өс осраҡҡа күберәк.

Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетына килеп тыуған хәлдән сығыу тәҡдимдәрен әҙерләргә ҡушты.

«Мин бер ай буйына көттөм, һеҙҙе йонсотманым. Мин аңлайым, һеҙ офицер, һеҙгә был хәлдә еңелеүегеҙ тураһында әйтеүе уңайһыҙ. Әгәр ярҙам кәрәк икән, әйтегеҙ. Әйҙәгеҙ, миндә йыйылайыҡ, бөтә хеҙмәттәрҙе, муниципалитет башлыҡтарын йыйырбыҙ. Яныуҙан ҡасан туҡтарбыҙ? Былтыр шау-шыу күтәрҙем, быйыл. Нимә үҙгәрҙе? Температура режимы артҡандыр, моғайын? Аңлап торам, һыуыҡ, мейескә яғалар. Ләкин мин ауыл биләмәләре башлыҡтарынан ярҙамға мохтаж ғаиләләрҙе табыуҙарын һорағайным. Беҙҙә икешәр бала һәләк була. Һеҙ ошо мәсьәлә буйынса тәүге урынға сығаһығыҙ. Быны нисек хәл итәбеҙ? Быйыл - Әүҙем оҙон ғүмерлелек һәм милләтте һаҡлау йылы. Һеҙ аҙналар буйына янғанда нимәне һаҡлап ҡалырбыҙ һуң? – тип белдерҙе Радий Хәбиров. — Әгәр мин нимәлер күрәм икән, уны төҙәтеү өсөн сәбәбен эҙләйем. Мин ваҡиғалар ыңғайына бармайым, ә һеҙ бараһығыҙ. Һеҙҙе хөрмәт итеп, мин ай ярым көттөм».
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар.
Читайте нас: