Хәйбулла хәбәрҙәре
0 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Февраль 2021, 13:31
Башҡортостан 2020 йылда йәшәү сифаты буйынса Рәсәй төбәктәре рейтингында 29-сы урынды алды
-
Былтыр Рәсәйҙең күпселек төбәктәрендә йәшәү сифаты үҙгәрмәгән тиерлек. РИА Новости агентлығы
әҙерләгән
рейтингта тәүге өс урынды Мәскәү (82,164 балл), Санкт-Петербург (80,634) һәм Мәскәү өлкәһе (76,068) биләй.
Тикшеренеү мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан (50,009) 29-сы баҫҡыста тора, 2019 йылда республика 25-се урында ине.
Илдең 85 субъекты араһында һуңғы өс урында — Ҡарасәй-Черкес Республикаһы (27,693), Байкал аръяғы крайы (26,889) һәм Тыва Республикаһы (17,506).
Белгестәр Росстат, Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Финанс министрлығы, Үҙәк банк һәм башҡа асыҡ сығанаҡтарҙы файҙаланған.
https://
www.bashinform.ru/news/1558663-bashkiriya-zanyala-29-strochku-reytinga-rossiyskikh-regionov-po-kachestvu-zhizni-v-2020-godu/
Фото: Ксения Калинина.
Читайте нас: