Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Февраль 2021, 11:45

Бөтә теркәлгән ҡатнашыусыларға сертификаттар биреләсәк

..

Халыҡ-ара туған тел көнө уңайынан Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы, Туған телдәрҙе һаҡлау һәм өйрәнеү фонды беҙҙең ил биләмәһендә йәшәүсе халыҡтар телдәренең үҙенсәлектәрен күрһәтеү өсөн "Рәсәй халыҡтарының туған телдәре" тигән акция ойоштора.
Бында ҡатнашыу өсөн нимә эшләргә кәрәк һуң?
— Үҙеңдең тыуған ҡалаң йәки ауылың, мөһим тарихи ваҡиға йәки ғаиләң хаҡында туған телеңдә шиғыр һөйләп, видеояҙмаға төшөрөргә;
— Был видеояҙманы "Инстаграм", "Бәйләнештә" йәки "TikTok" селтәренә #Родныеязыки2021 хэштегы менән урынлаштырырға;
— https://goo.su/49Qv сайтында ғариза тултырырға.
Һөҙөмтәләр Халыҡ-ара туған тел көнөндә билдәле буласаҡ. Иң үҙенсәлекле видеояҙмалар ойоштороусыларҙың сайтына урынлаштырыласаҡ. Барлыҡ теркәлгән ҡатнашыусылар сертификаттар аласаҡ.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: