Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Февраль 2021, 23:11

"ИЛ ЯҘМЫШЫ - ИР ҠУЛЫНДА !

Әбүбәкер ауылы күп функциялы мәҙәниәт йортонда ир-егеттәре йыйыны үтте. Ауылыбыҙҙың старостаһы Назаров Рамаҙан Насибулла улы ойошторған ҡорға ир -егеттәр дәррәү йыйылды.Ике сәғәттән ашыу барған йәнле һөйләшеүҙә ауылыбыҙҙың бөгөнгө көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелеп,уртаға һалып хәл ителеү юлдарын эҙләне аҫыл ир-егеттәр, ағайҙар, аҡһаҡалдар //#Айыҡауыл2021#селоАбубакирово

Әбүбәкер күп функциялы мәҙәниәт йортонда ир-егеттәре йыйыны үтте. Ауылыбыҙҙың старостаһы Назаров Рамаҙан Насибулла улы ойошторған ҡорға ир -егеттәр дәррәү йыйылды.

Ике сәғәттән ашыу барған йәнле һөйләшеүҙә ауылыбыҙҙың бөгөнгө көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелеп,уртаға һалып хәл ителеү юлдарын эҙләне аҫыл ир-егеттәр, ағайҙар, аҡһаҡалдар.Бергә булыу,берҙәм булыу,йәмғиәттәге кире күренештәрҙе бөтөрөү тураһында һәр береһе үҙ фекерен еткерҙе, күмәк көс менән йәбешергә һүҙ ҡуйышты аҫыл ир-егеттәр.
Ауылдарҙың тирә-яғын тәртиптә тотоу,сүп-сар түккән саҡта урын-еренә алып барып еткереп түгеү, ауылыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышының һәләк булған яугирҙәр һәйкәле янында "Еңеү аллеяһы ", "Аллея Победы " акцияһын уҙғарып йәшел шыршылар ултыртыуы тураһында ла һөйләштеләр.Ошо йыйында ауыл яҙмышына битараф булмаған 25 -тән ашыу көслө зат вәкиле ҡатнашты.

Йыйындың аҙағында шахмат, шашки , бильярд уйындары ярыштары ойошторолдо.
Алдағы көндәрҙә лә йыйындар уҙғарып,алға алған маҡсаттарҙың үтәлешен ҡарап,тағыла күберәк ир-егеттәрҙе ошо изге эшкә йәлеп итергә насип итһен. Башланған изге эштең дауамы хәйерле булһын. Изге сәғәттә ауылдың аҫыл ир-егеттәре ҡоро.

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ.
Халҡына хеҙмәт итеүсе
Һис бер насар эш ҡылмаҫ.
Кәңәшле эш тарҡалмаҫ.
Ил яҙмышы- ир ҡулында,
Ир яҙмышы- ил ҡуйынында.
Берҙәм булайыҡ, бергә булайыҡ!

#Трезвоесело2021
#Айыҡауыл2021
#селоАбубакирово
#Федоровскоесельскоепоселение
#Хайбуллинскийрайон
Читайте нас: