Аҡъяр ауылының физкультура-һауыҡтырыу комплексында “Нур” йәштәр-үҫмерҙәр клубы призына “Дзюдо-наркотиктарға ҡаршы” исеме аҫтында дзюдо буйынса шәхси беренселек ярыштары үтте.
Ярышта Йылайыр һәм Хәйбулла райондарынан 13 ауырлыҡ категорияһы буйынса 6 йәштән 17 йәшкәсә 70 спортсы ҡатнашты.
Турнир призерҙарына дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.