Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Февраль 2021, 11:43

Салауат ҡалаһында ковидтан вакцина оло йәштәгеләргә лә эшләнә

-

Ҡаланың ике поликлиникаһында мең ярым тирәһе прививка яһалған. Вакцинацияға 60 йәштән өлкәндәр ҙә килә. Белгестәр билдәләүенсә, хроник сирҙәр киҫкенләшкәндә прививка эшләргә ярамай. Ә яңы вирусҡа өлкәндәр бирешеүсән, шуға күрә үҙҙәрен яҡшы тойоусыларға һаҡланыу сараһынан ситтә ҡалмау зарур. Мәҫәлән, Бояркиндар ғаиләһе менән килгән.
"Тәүҙә беҙ ололарға прививка эшләүҙән хәүефләндек. Хәҙер вакцина өйрәнелгән. 65 йәштән өлкәндәргә лә яһайбыҙ",- ти Галина Ботина, Салауат ҡалаһының 1-се поликлиникаһының 3-сө терапия бүлеге мөдире.
"Уйланыҡ, уйланыҡ та яһатырға булдыҡ. Йәшәге килә бит әле, беҙҙең ейәндәр,бүләләр бар, уларҙың үҫкәнен күрге килә",- ти Нина Бояркина, пациент.
Автор: Рәмилә Исмәғилева.
Читайте нас: