Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Февраль 2021, 18:59

Әсәлек капиталы артты!

Тәүге балаға әсәлек капиталы 2021 йылдан 483 881,83 һум тәшкил итә. //

Тәүге балаға әсәлек капиталы 2021 йылдан 483 881,83 һум тәшкил итә. Ошондай уҡ сумма икенсе балалары 2020 йылға тиклем тыуған, ә ата-әсә сертификатты алмаған йәки файҙаланмаған осраҡта ике бала тәрбиәләүсе ғаиләгә тейеш.
Тәүге сабыйҙарына әсәлек капиталын алған, аҙаҡ икенсе балаларын тапҡан йәки уллыҡҡа алған ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тағы ла 155 550 һумға арттырыла. Әгәр сертификат хужалары средстволарҙың бер өлөшөн файҙаланған булһа, ҡалған өлөшөнөң күләме инфляция үҫешен иҫәпкә алып 3,7 процентҡа арттырыла. Күпме сумма ҡалғанын Пенсия фонды сайтындағы Шәхси кабинетта асыҡларға йәки белешмәгә заявка бирергә мөмкин.
Элек әсәлек капиталына ғаиләнең хоҡуғы барлыҡҡа килмәгәндә, ә икенсе, өсөнсө һәм артабанғы балалары 2020 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған осраҡта, улар быйыл 639 431,83 һум күләмендәге сертификат аласаҡ. Былтыр был сумма 616 617 һум тәшкил итте.
Әгәр сертификат хужалары әсәлек капиталының бер өлөшөн ҡулланған булһа, ҡалған сумма, инфляция үҫеше темпын иҫәпкә алып, 3,7 процентҡа арта. Әсәлек капиталынан ҡалған сумманы Рәсәй Пенсия фонды сайтында Шәхси кабинетта йәки йәшәгән урыныңа ҡарамай теләгән Пенсия фондының клиенттар хеҙмәтендә белешмә алыуға заказ биреп була.
2020 йылдың апреленән әсәлек капиталына сертификат автоматик рәүештә дәүләт хеҙмәте порталында әсәнең Шәхси кабинетына килә.
М.Рәхмәтуллин,
Пенсия фонды идаралығы начальнигы.
Читайте нас: