Татыр-Үҙәк ауылы мәктәбендә яндан уҡ атыу буйынса беренсе турнир үтте. Ике көн эсендә ярышта бөтә мәктәп малайҙары һәм үҫмерҙәре ҡатнашасаҡ. Тәүге көндә 30-ға яҡын уҡыусыкөс һынашты.
Ярыштар «Нур» йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы булышлығында үтә. Турнир еңеүселәре Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған сарала билдәләнәсәк.