Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Февраль 2021, 11:40

Дыуан районы Мәтәле ауылында һыйыр йылы мөғжизәһе

-

Дыуан районы Мәтәле ауылында һирәк осрай торған күренеш теркәлгән. Голосовтар ғаиләһенең Зорька ҡушаматлы һыйыры бер юлы өс быҙау быҙаулаған.
Өфөлә тыуып үҫкән Иван Голосов бер нисә йыл элек кәләше менән Дыуан районындағы олатаһының өйөнә күсеп килгән. Ҡалалағы кеүек уңайлы шарттар булмаһа ла, йәш ғаилә тормош ауырлыҡтарына зарланмай. Бөгөн улар өйҙәрен мейес менән йылытып, күпләп мал-тыуар аҫрау менән шөғөлләнә. Ошо көндәрҙә һәүкәштәренең береһе хужаларҙы ҡыуандырып, бер юлы өстө быҙаулай. Ғәҙәти булмаған күренеш кемделер аптырата, ә ҡайһы берәүҙәрҙе көнләшергә мәжбүр итә.
Тырыш ғаилә өсөн малдарҙың ҡапыл ишәйеүе көтөлмәгән хәл була. Әммә хужа тиҙ арала үҙен ҡулға алып, быҙауҙарҙың һәр береһе өсөн айырым бүлмә ҡора. Сибек кенә тыуған бөйрәкәйҙәр әле йылы ҡурала үҙҙәрен яҡшы тоя.
Һыйырыбыҙҙың быҙауы тыуғас тағы ла аяҡтар күренде. Беҙ ҡыуанышып икенсеһен дә йылы һарайға индерҙек. Яҡынса 20 минуттан мин Зорьканы ҡарайым тип сыҡһам, тағы ла бөйрәкәй ятыуын күрҙем. Уның хәле бик насар ине. Өйҙә бер тәүлек тотҡандан һуң аяғына баҫты һәм һөт һорай башланы.
Иван Голосов, Мәтәле ауылында йәшәүсе
Йәш ғаилә үҙҙәре лә өс балаға ғүмер бүләк иткән. Өлкән ҡыҙҙарына дүрт, улдарына өс һәм бәләкәстәренә йәш ярым ғына әле. Хужабикә балаларын да ихлас тәрбиәләй, мал-тыуар ҡарарға ла ваҡыт еткерә.
Был беҙҙең беренсе һыйырыбыҙ, ауылға күсеп килеү менән һатып алғайныҡ. Ул ваҡытта хаҡы ҡиммәт кенә ине. Яҡынса бер айҙан быҙауы тыуҙы. Хәҙер инде Зорькабыҙҙың йыл һайын быҙаулауына күнегеп тә бөткәнбеҙ. Шуға ла был юлы ла һыйырыбыҙ ҡыуандырыр тип көтөп йөрөй инек, өс быҙауҙы күргәс шатлығыбыҙҙың иге-сиге булманы.
Анастасия Климина Мәтәле ауылында йәшәүсе
Бындай күренеш бик һирәк булһа ла, республика өсөн рекорд түгел. Сөнки 2011 йылда Шишмә районында Зойка ҡушаматлы һыйырҙың бер юлы дүртте быҙаулай. Голосовтарға килгәндә, әлеге ваҡытта улар бөйрәкәйҙәрҙәренә ҡушамат һайлай. Йәш ғаилә һыйыр йылының тағы ла ошрндай мөғжизәләргә бай булыуын теләй.
Автор: Илдар Байбулатов.
Читайте нас: