Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Февраль 2021, 12:35

115 миллион һумлыҡ яңы йыл шыршылары Башҡортостанда ҡала

УФАС белдереүенсә, республика Өфө, Сибай, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Ишембай, Күмертау, Ағиҙел һәм Нефтекама өсөн етешһеҙлектәр менән һатып алынған пиксель шыршыларҙы кире ҡайтармай. //

115 миллион һумлыҡ яңы йыл шыршылары Башҡортостанда ҡала

УФАС белдереүенсә, республика Өфө, Сибай, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Ишембай, Күмертау, Ағиҙел һәм Нефтекама өсөн етешһеҙлектәр менән һатып алынған пиксель шыршыларҙы кире ҡайтармай.

Декабрь аҙағында үткәрелгән тикшереү шыршыларҙың хаҡы етештереүсенең хаҡынан 80% юғарыраҡ булыуын асыҡлаған. Ә килешеү берҙән-бер тәьмин итеүсе - Мәскәү өлкәһенән «Клирлайт Рус»компанияһы менән төҙөлгән булған.

Хәҙер ул алынған аҡсаны федераль бюджетҡа кире ҡайтарырға тейеш.

УФАС-та билдәләүҙәренсә, муниципалитеттарҙа ғәйепле вазифалы кешеләр административ яуаплылыҡҡа тарттырыла.
Читайте нас: