-10 °С
Ясна
«Өфөнөң юбилейына әҙерлектең мөһим йүнәлештәренең береһе – 2017 йылдан ябылған Дәүләт циркы, был балаларҙа һәм уларҙың ата-әсәләрендә ауыр хистәр тыуҙыра, осрашыуҙарҙа ошо хаҡта йыш ишетәм. Артабан. Беҙҙә – күркәм, традицияларға бай Ҡурсаҡ театры. Ләкин уны ла яҡшыртырға кәрәк. Унда актерҙарҙың һәйбәт грим һалыу һәм костюмдар бүлмәһе, театрҙа буфет юҡ, ә тәнәфестә туңдырмаһыҙ балаларға ниндәй тамаша? Бында, һис шикһеҙ, балалар студиялары ла эшләргә тейеш, уларҙы урынлаштырырға урын юҡ. Заманса төкәтмә һалырға кәрәк. Хәҙер – беҙҙең Рус драма театры. Яҡтыртыу һәм тауыш ҡоролмалары 1982 йылда төҙөлгәндән бирле яңыртылмаған! Сәхнә һәм зал 20 йыл ремонтланмаған», — тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.