Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Февраль 2021, 18:41

Әнүәр Бикчәнтәевтең һуҡырҙар өсөн яраҡлаштырылған романы донъя күрҙе

..

Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһының тифлонәшриәт бүлегендә күренекле башҡорт яҙыусыһы Әнүәр Бикчәнтәевтең «Аҡҡоштар Уралда ҡала» тигән китабы баҫылып сыҡты. Әлеге баҫма күрмәгәндәр өсөн урыҫ телендә Брайлдең рельеф-төрткө шрифында нәшер ителгән.
«Аҡҡоштар Уралда ҡала» романында ваҡиғалар 1931 йылда бара. Был әҫәрҙә Стәрлетамаҡ районында нефть ятҡылығын асыу тураһында яҙылған.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: