Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Февраль 2021, 18:42

Конкурста 7-18 йәшлектәр көсөн һынай ала

..

Мәғариф һәм фән министрлығының календарь сараларына ярашлы, 2 февралдән 2 мартҡа тиклем республика балалар белем биреү технопаркы «PRO-Дизайн – 2021» дизайнер проекттарының республика конкурсын ойоштора. Бәйгелә 7-нән 18 йәшкәсә тиклемге уҡыусылар көстәрен һынай ала.
Конкурс «башланғыс модель әҙерләү», «график дизайн», «дизайн мөхите», «күргәҙмәле дизайн» номинациялары буйынса уҙасаҡ. Эштәр 2-еһенән 22 февралгә тиклем ҡабул ителә, 22 февралдән 26 февралгә тиклем баһалама төркөмө тикшерәсәк. 2 мартта бәйгегә йомғаҡ яһаласаҡ.
Конкурста ҡатнашыу өсөн ошо һылтанма буйынса теркәлегеҙ: https://forms.gle/KH8pggvwqnWvRDDb9.
Ул дистанцион форматта Discord платформаһында түбәндәге һылтанма буйынса үтәсәк: https://discord.gg/uhZVJaznRs.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: