Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Февраль 2021, 18:28

Халыҡҡа онкология ярҙамы арта

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан..

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу барышында быйыл федераль бюджет средстволары иҫәбенә онкология ярҙамы күрһәтеүсе биш медицина ойошмаһы ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу барышында быйыл федераль бюджет средстволары иҫәбенә онкология ярҙамы күрһәтеүсе биш медицина ойошмаһы ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ.
Шуларҙың иҫәбендә - Республика клиник онкология диспансеры, Стәрлетамаҡтағы 1-се клиник дауахана, Күмертау, Октябрьский, Салауат ҡалалары дауаханалары. Шулай уҡ ун медицина ҡорамалы – ике магнитлы резонанс томографы һәм мультиспираль компьютер томографы алынасаҡ.
Быйыл эре күп профилле дауаханалар базаһында биш Амбулатор онкология ярҙамы үҙәге төҙөләсәк. Өфөләге 32-се поликлиника, Салауат, Сибай ҡалалары һәм Бөрө, Мәләүез райондары пациенттары өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырыла. Республика биләмәһендә бөтәһе 13 Амбулатор онкология ярҙамы үҙәге эш башлаясаҡ. Республика бюджеты средстволары иҫәбенә был үҙәктәрҙе йыһазландырыу өсөн 14 берәмек ҡорамал алынасаҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, 2024 йылға тиклем яман шештәрҙән үлем күрһәткесен кәметеү, тәүге медицина ярҙамын күрһәтеүсе медицина ойошмалары хеҙмәтенән һәр кемдең файҙалана алыуын тәьмин итеү бурысы ҡуйылған.
Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Сығанаҡ: bash.rbsmi.ru
Читайте нас: