Ошо уңайҙан Радий Хәбиров саралар планына Өфө дәүләт ҡурсаҡ театры, Рус драма театры биналарын төҙөкләндереү, Өфө циркын яңыртыу, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың яңы корпусын һәм «Өфө-2 ҡаласығы» биләмәһендә археология материалдары һаҡлағысын төҙөү тәҡдимен индерҙе. Проекттарҙы финанслау мөмкинлеген «Мәҙәниәт» милли проекты һәм федераль адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә башҡарыу күҙаллана.