Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Февраль 2021, 16:16

Өфөлә адвокаттың сит ил машинаһына ут төртөү тураһында яңы мәғлүмәттәр билдәле булды

-

Өфөлә енәйәтсе билдәле адвокат Роман Петровтың ҡиммәтле Audi Q5 машинаһын яндырған. Күҙәтеү камераһынан алынған видеояҙмала күренеүенсә, ниндәйҙер кеше автомобиль янына килгән, шунан һуң машина яна башлаған. Билдәһеҙ кеше ваҡиға урынынан ҡасҡан. Берәү Audi Q5 автомобиленең яныуын кеҫә телефонына төшөргән, эргәһендә торған еңел машина саҡ янып китмәгән.
Адвокат һүҙҙәренсә, яғыулыҡ багы туп-тулы булған, әгәр янғын һүндереүселәр тиҙ арала килеп етмәһә, был етди эҙемтәләргә килтерер ине. Сит ил машинаһын ремонтлап булмай, ул страховкаланмаған, һөҙөмтәлә уның өсөн тотонолған 4 миллион һум аҡса енәйәтсе ҡулынан янған.
Фото: видеонан стоп-кадр | Видео: Роман Петровтан алынды.
Читайте нас: