Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Февраль 2021, 16:18

Өфө фристайлсылары Рәсәй кубогының почет пьедесталына күтәрелде

-

Өфөнөң тау саңғыһы буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Ярославлдән бер көмөш һәм ике бронза миҙал алып ҡайтты. Рәсәй кубогының почет пьедесталында – Кирилл Самородов (икенсе урын), Илдар Хәкимов һәм Ксения Шаронова (өсөнсө урын).
Шулай уҡ фристайл буйынса илдең үҫмерҙәр беренселеге барышында Башҡортостан вәкиле Степан Цапалов «акробатика» дисциплинаһында өсөнсө булды, ә Арина Муллағәлиева көмөш миҙал яуланы.
Фото: Рәсәйҙең Фристайл федерацияһы.
Читайте нас: