Ҡарарҙан күренеүенсә, берҙәм төбәк имтиханы йыл һайын сығарылыш уҡыусылары өсөн ирекле нигеҙҙә үткәреләсәк. Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы имтихандарҙы үткәреү тәртибен билдәләйәсәк. Сығымдар ведомство бюджетынан бүленә. Уның үтәлешен контролләү вице-премьер, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Ивановаға йөкмәтелгән.