Коронавирус киҙеүе тарала башлағандан алып был вирусты донъяла барлығы 106289268 кеше йоҡторған, улдарҙың 2327231-е вафат булған. Илдәр берләшмәһе киҙеүҙе еңеүҙең төп ысулын киң масштаблы вакцинация яһауҙа тип һанай.
Президент В.В.Путин билдәләүенсә, Рәсәй коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһау буйынса донъяла алдынғы позицияны биләй. Был турала ил башлығы Фән һәм мәғариф советы утырышында хәбәр итте.
“Рәсәй – үҙе яһаған өс вакцинаһы булған берҙән-бер ил. Был, әлбиттә, ҙур фәнни ҡаҙаныш. Беҙҙә әлегә ике вакцина теркәлгән. Рәсәй COVID-19-ға, һис шикһеҙ, ҡаршы тора аласаҡ.“-тине үҙ сығышында Владимир Путин.
"V Спутник" вакцинаһын ҡулланыуҙы 12 ил: Белоруссия, Аргентина, Боливия, Сербия, Алжир, Палестина, Венесуэла, Парагвай, Төркмәнстан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Венгрия һәм Пакистан хупланы. Рәсәйҙә вакциналау уҙған йылдың декабренән бирле дауам итә.