Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Февраль 2021, 11:34

Тәгәрмәсле балалар стоматологияһы республика төбәктәренә юлланды

-

Баш ҡала табиптары 2-3 көн дауамында балалар теш табиптары булмаған муниципалеттарҙа ҡабул итеүҙәр ойоштора. Күсмә дауалау-диагностикалау комплексы заманса техника һәм рентген аппараты менән тәьмин ителгән.
Стоматолог ярҙамы тәү сиратта етем һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған малай-ҡыҙҙарға, балалар йорттары тәрбиәләнеүселәренә күрһәтелә. Тәүгеләрҙән күсмә поликлиника Саҡмағош районына туҡталды. Белгестәр үҫмерҙәргә профилактик тикшереү уҙғарҙы, тештәрен дауаланы.
Күсмә комплекста республиканың иң алыҫ төбәктәрендәге балалар уҡыуҙарынан айырылмай стоматолог ярҙамы аласаҡ. Креслонан тормай ғына рентгент тикшереүе үткәрергә лә мөмкин. Беҙ заманса материалдар менән эшләйбеҙ, йәғни үҫмерҙәргә юғары сифатлы ярҙам күрһәтеләсәк.
Алдараҡ республикала төбәк башлығының мәктәптәрҙә заманса стоматология кабинеттары булдырыу буйынса проекты старт алғайны. Ундай кабинеттар булмаған ерҙәрҙә күсмә медицина бригадаһы ярҙамға киләсәк. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса алынған тәгәрмәсле стоматология «Ҡанатлан» мәғариф проекты пункттарының береһе. Йыл аҙағына тиклем табиптар республиканың барлыҡ төбәктәрен урап сығырға ниәтләй.
Баш ҡала стоматологтары килеүенә бик шатбыҙ, рәхмәт. Балаларға ла бик уңайлы, ауылдарҙан да кеше күп булды. Табиптар йышыраҡ йөрөһөн ине.
Рузидә Мирғәлиева.
Автор:Гөлдәриә Йосопова.
Читайте нас: