Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Февраль 2021, 12:43

Шамил Вәлиев: “Урам протестары үҙ ҡеүәтен юғалтты”

-

Публицист Шамил Вәлиевтең фекеренсә, 23 һәм 29 ғинуарҙағы законһыҙ сараларға сыҡҡан Өфө һәм Башҡортостан халҡын, нигеҙҙә, “БашРТС”тың йылылыҡ өсөн хаҡты арттырыуы борсой ине.
“Февраль айының тәүге ял көндәрендә барыбыҙ ҙа шаһит булған урам протесының үҙ ҡеүәтен тиҙ арала юғалтыуы – Башҡортостанға хас күренеш. 90-сы йылғы диоксин фажиғәһенән һуң бер генә мөһим ижтимағи мәсьәлә лә Өфө урамында хәл ителгәне юҡ. Майҙанда традицион “протест технологтары”ның булмауы (улар административ ҡулға алынғайны) Башҡортостанда демонстрацияларҙың дөйөм халыҡ сараһы түгел, ә идара ителә торған, яһалма сара икәнлеген күрһәтте. Шул уҡ ваҡытта башҡарма власть ҡаты шелтә алды – халыҡ менән һөйләшергә, рәхмәт алҡыштарын көтөп ултырмайынса, йылылыҡ өсөн хаталы иҫәп-хисап кеүек “хәл ителмәҫлек” проблемаларҙы кисекмәҫтән яйға һалырға кәрәк ине.
Чиновниктарҙың халыҡ менән һөйләшеү һәләте, юғарынан, Хәбировтан да, һәм түбәндән, асыулы ҡала халҡынан да килгән импульс буйынса, тергеҙелә: дәүләт хеҙмәткәрҙәре граждандарға ярҙам итеү, дөйөм милли ышаныс нигеҙендә улар менән аралашыу кеүек үҙҙәренең бурысын үтәүгә тотона. Блогер Навальныйҙың урындағы штабы үҙен бик сәйер тотто – адепттарҙы көнүҙәк темалар буйынса власть менән конструктив һөйләшеүҙән баш тартырға саҡырҙы, үҙ кумирына ҡарата башланған енәйәт эшен ҡайтанан ҡарауҙы талап итте, шул уҡ ваҡытта республика халҡының күпселеген уның яҙмышы бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмай ине”, – тип билдәләне Шамил Вәлиев.
Фото: bashinform.ru
Автор: Лилия Давлетбакова.
Читайте нас: