Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Февраль 2021, 11:31

Шәкәр диабеты менән сирләүсе пациенттарға Ковид-19 вирусынан прививка яһарға тәҡдим ителгән

-

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, башҡа тыйыуҙар булмаған осраҡта, шәкәр диабеты менән сирләүсе пациенттарға Ковид-19 вирусынан прививка яһарға тәҡдим иткән.
Ведомствоның «Эндокринология ғилми-медицина тикшеренеү үҙәге директоры, Рәсәй фәндәр академияһы мөхбир ағзаһы Наталья Мокрышева белдереүенсә, 1-се һәм 2-се типтағы шәкәр диабеты һәм диабеттың һирәк төрҙәре менән сирләүселәргә коронавирустан прививканы һаҡлыҡ саралары һәм тыйыуҙарҙы күҙ уңында тотоп эшләргә тәҡдим ителә. Һәр осраҡта вакцинация үткәреү тураһында ҡарар табип пациентты ентекләп тикшергәндән һуң ҡабул ителә.
Читайте нас: