Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Февраль 2021, 14:16

РЕСПУБЛИКА ЕТӘКСЕҺЕ РЕЙТИНГТЫҢ 4-СЕ БАҪҠЫСЫНДА

..

Гөлнур Ишбулатова

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ғинуар айындағы Рәсәй губернаторҙары араһындағы медиарейтингта 4-се баҫҡысты биләгән. "Медиалогия" компанияһының фекере буйынса, Волга буйы федераль округында беренсе урынға сыҡҡан.
Дөйөм рейтингта беренсе урында Мәскәү мэры Сергей Собянин, икенселә Мәскәү өлкәһе губернаторы Андрей Воробьев. Өсөнсө урында Санкт-Петербург губернаторы Александр Беглов. Дүртенсе урында барған Башҡортостан етәксеһе Чечня башлығы Рамзан Ҡадыров һәм Татарстан Президенты Рөстәм Миңнехановты ла үтеп киткән.

"Медиалогия" компанияһы быны иһә Радий Хәбировтың республика тормошона бер нисә яңылыҡ индерергә ынтылыуы менән аңлата. Уның береһе - Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы паспорттар булдырыу идеяһы. Йәғни Радий Фәрит улының тәҡдиме буйынса, был паспортты ковид сирен үткәргән һәм уға ҡаршы торорлоҡ иммунитеты барлыҡҡа килгән, вакциянация үткән кешеләр алырға тейеш ине. Оҙаҡламай республика етәкселеге был ҡарарҙан кире ҡайтты һәм уны QR-код менән алыштырҙы.
Башҡортостан Башлығы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға сираттағы мөрәжәғәтнамәһендә коронавирусҡа бәйле сикләү саралары 28 ғинуарҙан һуң яйлап кисектерелә башлай, унан тормош үҙ ритмына ҡайтасаҡ, тине.

Шулай уҡ Радий Хәбиров республика транспорт министрлығын һәм Өфө ҡалаһы хакимиәтен ҡалаға ингән ерҙәге юл үткәргесте ремонтлау эшен ҡаты тәнҡитләне. Билдәле булыуынса, баш ҡалаға ингән ерҙә 8 ғинуарҙа ремонт эштәре башланғайны.
Читайте нас: