Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Февраль 2021, 11:04

Диетаға ла аҡыл менән ултырырға кәрәк

-

Ҡатын-ҡыҙҙың һәр ваҡыт матур, һомғол булғыһы килә. Бигерәк тә зифа буй-һын өсөн ныҡ тырыша ҡайһы берәүҙәр. Маҡсатҡа өлгәшеү өсөн нимә файҙалыраҡ – диетамы, спортмы, әллә психикокоррекциямы? Әлбиттә, һәр кем үҙенә еңелерәк һәм ҡулайыраҡ юл һайлай. Шулай ҙа ҡайһы бер дөйөм ҡағиҙәләр ҙә бар.

Миҙгелдәр алмашынған мәлдә диетаға ипләп ултырырға кәңәш итә табиптар. Ҡыш буйы организмды сирҙәрҙән һаҡлап, хәҙер үҙенә ярҙам талап ителгән иммунитетыбыҙ өсөн уның ауыр һынау булыуы ихтимал. Һаулыҡты уйлап тормай, диетаға ултырып йә бөтөнләй асыға башлап, хроник сирҙәрҙе уятыу, еңелсә генә ауырыуҙарҙы ла ауыр үткәреү ҡурҡынысы ҙур.

Иммунитетҡа ярҙам итеү өсөн дие­тологтар майҙар, организм өсөн ауыр булған аҙыҡты ашауҙы кәметергә кә­ңәш итә. Сәнәғәт эшкәртеүен үткән ризыҡ­ты ла мөмкин тиклем ҡулланмаҫҡа кәрәк. Улар – консервалар, ярымфабрикат­тар, төрлө концентрат ҡушылған аҙыҡтар.
Ә бына әсегән һөт ризыҡтарында булған бифидо- һәм лактобактериялар, киреһенсә, файҙаға ғына, улар им­мунитетҡа “йоҡлап китергә” бирмәй. Күберәк емеш-еләк, йәшелсә, ваҡ­ланмаған бойҙайҙан аҙыҡтар ашарға тырышығыҙ. Тропик емеш-еләкте бик яратмайһығыҙ икән, күберәк кишер, сөгөлдөр, тоҙло кәбеҫтә, алмаға иғтибар бирегеҙ.

Даими рәүештә, әммә әҙләп ҡыҙ­ҙырылмаған сәтләүектәр һәм төш аша­ғыҙ. Иммунитетты нығытыу өсөн һө­ҙөмтәле сара – С витамины. Яҙғы мәл­дә уны тоҙло йәки сей кәбеҫтә, цитрус, әлморон һуттарынан алырға була. С витамины ҡартайыуға ҡаршы әүҙем көрә­шә. Күсмә миҙгелдә ике микроэлемент: цинк менән селен да организм өсөн бик кәрәк.

Цинктың төп сығанағы – һыйыр ите һәм субпродукттар, ҡуҙаҡлылар, ҡабаҡ емештәре. Селен иһә диңгеҙ ри­зыҡтарында, көнбағыш емешендә һәм бөтөн бойҙай бутҡаһында күп.

Бер нисә дөйөм кәңәш:
1. Ниндәй генә диетаға ултырһағыҙ ҙа, икмәк, алкоголь, газлы эсемлектәр, һыйыр майы, шоколад һәм башҡа калориялы ризыҡтар тураһында онотоғоҙ. Татлы һәм ҡамыр аштарынан тыш тоҙло, киҫкен тәмле, маринадланған һәм ҡыҙҙырылған аҙыҡ та тыйылған булырға тейеш. Уларҙың төп хәүефе – аппетитты арттыра.

2. Күберәк һыу эсегеҙ.

3. Ҡәтғи һәм углеводһыҙ диеталарҙа ултырғанда, мейе яйыраҡ эшләй башлай. Шуға күрә рационығыҙға бешерелгән бәрәңге, бәшмәк, үҫемлек майы, балыҡ, сәтләүектәр, көнбағыш индерегеҙ.

4. Мөғжизә юҡ: ташланған кило­грамдарҙың бер өлөшө барыбер әйләнеп ҡайтасаҡ. Диетанан һуң ауырлыҡты кәрәкле кимәлдә һаҡлау өсөн даими спорт менән шөғөлләнергә һәм дөрөҫ туҡ­ланырға кәрәк.

Әгәр ихтыяр көсө етмәй, диетағыҙҙы өҙһәгеҙ – тынысланығыҙ. Икенсе көн иртән клизма эшләгеҙ һәм ас килеш бер стакан эҫе һыу эсегеҙ. Көндөҙ артыҡ ашамаҫҡа тырышығыҙ. Ни бары шыйыҡ аштар, һут һәм бешерелгән йәшелсә генә мөмкин. Икенсе көндө иһә туҡтатҡан урындан диетағыҙҙы кире дауам итегеҙ.

Белгес кәңәштәре:
Беренсе һәм иң мөһим ҡағиҙә – ас тороу ярамай! Ни өсөн тигәндә, артығын ашағанда, май күләме арта, ә асыҡҡанда күҙәнәк массаһы кәмей. Тимәк, ас тор­ғандан һуң, май, киреһенсә, арта.

Рационда иң мөһиме – иртәнге аш. Ул 400 ккал булырға тейеш. Әгәр шу­нан әҙерәк ашаһағыҙ, төшкө йәки кис­ке аш ваҡытында етмәгәнен организм һораясаҡ.

Ҡыҙҙырылған аҙыҡ тураһында оно­тоғоҙ. Өҫтөнлөктө һыуҙа йәки парҙа бешерелгән аҙыҡҡа бирегеҙ. Тоҙ ҡул­ланыуҙы ла мөмкин булғанса кәмете­геҙ. Алкоголь менән майонез шулай уҡ зыянлылар иҫәбендә. Спиртлы эсемлек­тәр аппетитты күтәреп кенә ҡалмай, организмға артыҡ калориялар ҙа өҫтәй. Ә майонездың майлы һәм зыян­лы икәнен һәр кем белә.

Организмығыҙҙы аҡһымлы аҙыҡ менән туйындырырға тырышығыҙ: тауыҡтың аҡ ите, лосось һәм фасоль. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: аш – бик мөһим ризыҡ. Ә йәшелсә ашы асығыуҙы ҡамыр аштарына ҡарағанда яҡшыраҡ баҫа. Тулыһынса тәм-томдан баш тартырға ла ярамай. Айырыуса ҡыш организмға серотонин кәрәк. Ул иһә кәйефте күтәрә, хәлде яҡшырта, шуға күрә ваҡыты-ваҡыты менән үҙегеҙҙе ҡара шоколад, түбән калориялы тәмлекәстәр һәм емеш-еләк менән ҡыуандырып тороғоҙ.

Иң мөһиме – спорт тураһында онот­майыҡ. Диета менән нисек кенә ябыҡма, кәүҙәне, тирене тонуста тотоу өсөн хәрәкәт кәрәклеге көн кеүек асыҡ.
Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.
Читайте нас: