Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Февраль 2021, 16:17

ДӘҮЛӘТ ХЕҘМӘТТӘРЕ ПОРТАЛЫНДА ЕР МӨНӘСӘБӘТТӘРЕ БУЙЫНСА 17 ХЕҘМӘТ КҮРҺӘТЕЛӘ

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан..

Гөлшат Ҡунафина

БР ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская оператив кәңәшмәлә ер һәм мөлкәт мәсьәләләре өлкәһендә дәүләт хеҙмәттәрен электрон формаға күсереү буйынса башҡарылған эштәр хаҡында хәбәр итте.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Министр әйтеүенсә, БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының инновацион үҫешенең төп бурысы булып дәүләт хеҙмәттәрен электрон хәлгә күсереү тора, ул республика халҡының ихтыяжын иҫәпкә алып һәм уңайлы итеп башҡарылырға тейеш. 2020 йылда БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы тарафынан БР Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы менән берлектә дәүләт хеҙмәттәренең төбәк порталы ярҙамында ер мөнәсәбәттәре өлкәһендә ғариза һәм уға ҡушылған документтар тапшырыу мөмкинлеге өсөн 17 хеҙмәт ойоштороу-техник әҙерлеге стадияһына еткерелгән.
Әле дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ғаризалар биреү мөмкинлеге тормошҡа ашырылған. 2021 йылда тағы ла туғыҙ дәүләт хеҙмәте өҫтәү планлаштырыла.
Бынан тыш, дәүләт хеҙмәттәренең төбәк порталында мобиль ҡушымта форматында “Арендаторҙың шәхси кабинеты” проектын тормошҡа ашырыу мөмкинлеге ҡарала.
Читайте нас: